«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башлыҡҡа башлыҡты кем бәйләр?



28.01.2019 Башлыҡҡа башлыҡты кем бәйләр?

Радий Хәбировтың эшмәкәрлеге барыһы өсөн дә асыҡтан-асыҡ — октябрҙән алып көн дә тиерлек республика халҡы өсөн үҙенең хеҙмәте һәм тормошон социаль селтәрҙәрҙә теркәп бара. Бындай постарға халыҡ төрлөсә ҡарай.

Ҡайһы берәүҙәр уның менән яҡындан танышырға теләй. Ышаныс белдереүселәр, төбәктең киләсәген тик Радий Фәрит улы етәкселегендә күреүселәр бихисап. Бәғзеләр, ул тик һайлауғаса, күҙ буяр өсөн әүҙемлек күрһәтә, тип шикләнә.

Р. Хәбиров хужа булған ерҙә – тәртип, уның яуаплылыҡ тойған көслө шәхес икәнен күреп, йәшәүгә дәрт, өмөт менән ҡараусыларҙың күп һанлы булыуы ҡыуандыра. Һүҙендә тора белгән, намыҫсан һәм тәртипле төбәк хужаһына халыҡ үтә һыуһаған — етәксенең һәр сәфәрен күҙәтеп баралар, пост аҫтында фекер алышалар. Улар араһында ҡыҙыҡлы бәхәстәр ҙә булып ала. Мәҫәлән, Әбйәлил районына һуңғы сәфәрендә Радий Фәрит улының ялан баш йөрөүөн өнәп етмәнеләр. Бигерәк тә нескә күңелле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ: “Бигерәк һыуыҡ, ә һеҙ ялан баш!”, “Ни өсөн һаулығығыҙҙы ҡайғыртмайһығыҙ?”, “Сирләп ҡуймаһағыҙ ярай ине!” — тип борсолдо. Хәстәрлекле хужабикәләр араһында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы өсөн башлыҡ бәйләргә әҙерлек белдереүселәр ҙә булды. Берәү, 23 февралгә бүләк итеп бандероль менән һаласаҡмын йәки үҙем килтерәсәкмен, тип вәғәҙә итте хатта.

Ә Радий Хәбиров: “Мәскәүҙәге йылы һауа шарттарына өйрәнгәнмен, күрәһең. Һуңғы йылдарҙа бер ҙә ҡышын башлыҡ кейгәнем булманы. Һеҙ һорағас, берәй нәмәһен уйлармын”, — тип яуапланы.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға