«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәктәп автобусы кем өсөн?



25.01.2019 Мәктәп автобусы кем өсөн?

Салауат районы прокуратураһы ата-әсә тәрбиәһенән яҙған ике ейәнен тәрбиәләүсе 79 йәшлек ҡартҡа ғәҙеллек яуларға ярҙам иткән.

Район үҙәгенең осонда йәшәүсе икенсе һәм бишенсе класс уҡыусылары көн һайын мәктәпкәсә өс километр атларға мәжбүр булған. Ә яҡын - тирәләге ауылдарҙан балаларҙы ташыусы мәктәп автобусы, райүҙәк ситендә туҡталыш булмау сәбәпле, етемдәрҙе ултыртмай үтеп йөрөгән.
Балаларҙың олатаһы урындағы чиновниктарға бер-нисә йыл буйына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, тик ыңғай яуап булмай. Ә район прокуратураһы, тикшереү үткәргәс, мәктәп уҡыусылары өсөн Малаяҙҙа туҡталыштар ойоштороу мәсьәләһен күтәрә.

Күптән түгел, прокуратура ярҙамында, район хакимиәте тарафынан райүҙәктең ситендә йәшәгән уҡыусылар өсөн павильонлы һәм яҡтыртыулы туҡталыш булдырылған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға