«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әсәһе ике ҡыҙы менән янып үлгән



24.01.2019 Әсәһе ике ҡыҙы менән янып үлгән

Фажиғә бөгөн иртәнсәк Иглин районының Октябрьское ауылында булған.

Бүрәнә өйгә ут тоҡанған, ҡотҡарыусылар килеп еткәндә уның ҡыйығы ишелеп төшкән. Үкенескә күрә, өс кеше - 38 йәшлек ҡатын һәм уның 6 һәм 3 йәшлек ҡыҙҙары утта һәләк булған.

Утлы фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 13 янғын һүндереүсе, медиктар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға