«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт онлайн-мәктәбе өсөн!



24.01.2019 Башҡорт онлайн-мәктәбе өсөн!

Башҡорт онлайн-мәктәбе өсөн!М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Башҡорт телен дистанцион уҡытыу халыҡ-ара системаһы” проектын тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеү үтте.


Был система әлеге юғары уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультеты белгестәре тарафынан эшкәртелгән. Өс баҫҡыстан —база, һөйләшеү һәм алға киткән кимәлдәрҙән торған проект БР Хөкүмәте, телсе ғалимдар һәм башҡорт Википедияһын ойоштороусылар тарафынан хупланған. 2017 йылдың 1 сентябренән старт алған ресурста бихисап ҡулланыусылар теркәлгән, улар әлегә база курстары менән генә таныша ала. Методистар киләһе курстар грамматик, лексик материалдарҙы әҙерләгән, видеосюжеттар өсөн сценарий төҙөлгән, тик проектҡа артабан үҫешеү, сифат өсөн финанс ярҙам кәрәк.

БР Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары, милли сәйәсәтте үҫтереү бүлеге етәксеһе Ришат Сабитов, “Башҡорт телен дистанцион уҡытыу халыҡ-ара системаһы” БР Башлығы Хакимиәте күҙлегенән өҫтөнлөклө поекттарҙың береһе булып тора, тине. Шуға күрә уны юғары кимәлдә эшкәртеү талап ителә. Кәңәшмәлә тауар сифатын яҡшыртыу өсөн лексика буйынса башҡорт теленең йышлыҡ һүҙлеген ҡулланыу, профессиональ диктор, актерҙарҙы йәлеп итергә, тигән фекерҙәр яңғыраны, порталдың статистикаһы, техник характеристикаһы тикшерелде. Был проекттың үтә мөһим булыуын билдәләп, уны камилаштырыу өсөн ресурсҡа тиҙ арала БР Хакимиәте тарафынан ярҙам күрһәтелер, тип өмөтләнде сарала ҡатнашыусылар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: БГПУ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға