23.01.2019 "Февраль ғәҙәттәгегә ҡарағанда йылыраҡ була", -
тиҙәр Рәсәй гидрометеорология үҙәге синоптиктары.
Ҡыштың һуңғы айында һауа температураһы нормаһы -13,7 градус тәшкил итә. Шуға күрә һауа торошоноң йылыраҡ булыуын көтөргә кәрәк.
Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, февралдә Өфөлә термометр -3, -16 градус күрһәтә. Айҙың тәүге көндәрендә -22 градус һыуыҡ булыуы ихтимал.
1 мартҡа табан һауа температураһы күтәрелә башлай. Ләкин, белгестәр кәңәше буйынса, шатланырға ашығырға ярамай. Ҡыш, ҡағиҙә булараҡ, шунда уҡ сигенмәй.