«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балаларығыҙҙың күҙҙәре күрәме?



23.01.2019 Балаларығыҙҙың күҙҙәре күрәме?

Мәктәп балаларының күбеһе күҙлек кейә. Компьютерҙар, заманса гаджеттар күҙҙәргә кире йоғонто яһамай ҡалмай.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты Рәсәйҙә тәүге тапҡыр мәктәп йәшендәге балаларҙы тикшерә. Белгестәр компьютер технологияларын, мобиль ҡоролмаларҙы ҡулланыу һәм күрәшлектең үҫешеүе араһында үҙ-ара бәйләнеште асыҡларға теләй. Был проблема тулыһынса тикшерелмәгән һәм шуға ярашлы ошо фекерҙе раҫлаған база юҡ, ти табиптар. Был мәсьәлә айырыуса мәктәп йәшендәге балалар араһында көнүҙәк. Рәсәйҙә халыҡтың 50% яҡыны күрәшлектән яфалана һәм йылдар үтеүе менән был һан арта бара.

Уҡыусылар араһында тикшереү бушлай уҙғарыла һәм заманса ҡорамалда диагностика сараларының тулы комплексын үҙ эсенә ала. Күҙ ауырыуҙары асыҡланған осраҡта балаларға Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында офтальмологик ярҙам күрһәтелә.

Өфө уҡыусыларын тикшереү 21 ғинуарҙан башланды. Тәүгеләрҙән булып 14-се мәктәп уҡыусыларын тикшерәләр.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға