22.01.2019 Башбаштаҡланма, коллектор!
Мәскәү мәктәптәренең береһенә коллектор шылтыратыуҙары йышая. Ошо рәүешле бер уҡыусының ата-әсәһенә йоғонто яһамаҡсы булалар ... мәктәп хакимиәтенән сит бурысты түләүҙәрен талап итәләр.
Мәктәпкә һәм директорҙың шәхси номерына янап шылтыратыуҙар йышайғас, педагогтар полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.
Бурыслы ғаиләнең туған-тыумасаһына ла, һаулығығыҙға зыян килтерәсәкмен, тип ҡурҡыта хаттин ашҡан коллектор. Полиция хеҙмәткәрҙәре психологик, физик баҫым яһаусының шәхесен асыҡлау буйынса оператив-тикшереү сараларын ойоштора. Граждандарҙың хоҡуғын боҙоусы 28 йәшлек ир ҡулға алына, башбаштаҡлығы өсөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.