«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә һин подъезыңда ремонт буласағын беләһеңме?



22.01.2019 Ә һин подъезыңда ремонт буласағын беләһеңме?

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙың подъездары ремонтланасаҡ. Хатта шулай тип әйтергә була: “әҙәм рәүешенә инәсәк”. Был эш буйынса республика программаһы әҙерләнә. Башланғыс юғары етәкселектән килә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ниәтен күптән белдергәйне.

Күреп тораһығыҙҙыр, ҡалаларҙа ҡайһы бер подъездар ҡурҡыныс хәлдә. Йә стена еүешлектән ҡубып, бүртеп тора йә баҫҡыстар насар хәлдә. Почта йәшниктәрен әйтеп тораһы ла юҡ. Хәйер, ҡалала йәшәүселәр ҙә, уларға ауылдан ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә барыһын да үҙҙәре күрә. Бәғзе бер әүҙем замандаштар үҙ фатирының подъезын тәртипле тоторға тырышһа ла, барыбер ҡала етәкселегенең йә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәренең ҡыҫылышы талап ителә.

Шуға ла әлеге программа бик урынлы. Исемлектә 26 мең подъезд буласаҡ. Республика етәксеһе был ваҡытҡа муниципалитеттарҙа быйыл ремонтланасаҡ поъездарҙың исемлеге билдәле булырға тейеш ине. Ҡаҙна шуға ҡарап аҡса бүләсәк. Эш ниңәлер һүлпән бара. Ошо аҙна һуңына тиклем бөтә 64 муниципалитет тәғәйен ҡайҙа төҙөкләндереү үтәсәге тураһында хәбәр итергә тейеш.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға