«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала тимрәү таралған



22.01.2019 Республикала тимрәү таралған

Йыл башынан 18 балала тимрәү асыҡланған.

Өфө ҡалаһы һәм Өфө районының мәғариф учреждениеларында каникулдан һуң медицина тикшереүе барышында балаларҙа йоғошло сир табылғас, биналарҙа һәм кабинеттарҙа дезинфекция уҙғарылған.


Тире ауырыуы тимрәүҙең, ҡорсаңғы кеүек, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, ятаҡтарҙа килеп сығыуы бар. Ауырыу кешегә йорт хайуандары менән аралашҡанда, шулай уҡ урын-ер, кейем, шәхси гигиена әйберҙәре, ҡул бирешеү һәм енси мөнәсәбәттәр аша йоғоуо ихтимал. Ауырыуҙың 4-5 аҙна инкубацион осоро була, артабан ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килә. Уларҙың тәндә, муйында, баш түбәһендә, сикәлә сығыуы мөмкин.

Статистика күрһәтеүенсә, тимрәү менән балалар йышыраҡ сирләй. Был йоғошло ауырыуға оҡшаш шикле таптар күреү менән кисекмәҫтән табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға