22.01.2019 Баш ҡала үҙәгендә археологик парк буласаҡ
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Боронғо Өфө" археология паркын булдырыу концепцияһын раҫлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Киләсәктә бында туристик үҙәк буласаҡ. Был мәҙәни ҡомартҡы Өфө ҡалаһы үҙәгендә, хәҙерге Пушкин – Яңы Күпер урамдары киҫелешендә, С. Юлаев проспекты башында урынлашҡан боронғо ҡаласыҡ. 1-се быуатта уҡ төҙөлгән һәм 15-16-сы быуатҡа тиклем һаҡланған.
Башҡортостанда 2006 йылдан "Өфө-2 ҡаласығы" биләмәһендә федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын төҙөү мәсьәләһе өйрәнелә. Археология һәйкәле 1953 йылда асыла. Ҡаҙыу эштәре барышында көнкүрештә ҡулланылған боронғо әйберҙәр табылған. Бөгөнгә уның фондында 6 меңдән ашыу экспонат һаҡлана. Табылдыҡтар «Өфө -2» ҡаласығының боронғо быуатта ҙур һәм сәйәси үҙәк булыуын дәлилләй.