«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Яптимизация" ватсапҡа (WhatsApp) ла етте



22.01.2019 "Яптимизация" ватсапҡа (WhatsApp) ла етте

Аралашыу-хәбәрләшеүҙең бөгөнгө бик популяр сараһы ҡулланыусыларға яңылыҡ индерҙе. Хәҙер беҙ бер үк хәбәрҙе биш тапҡыр ғына ебәрә алабыҙ. Алтынсыға килеп сыҡмаясаҡ – тырышмағыҙ ҙа.

Ватсапп компанияһы дезинформациянан ҡурҡып ошо аҙымға барырға мәжбүр булған. Фейк-фәлән аша ла имеш-мимеш таратырға ярата бит бәғзеләр. Тап шундайҙар кинәнмәһен, башҡаларға, ғөмүмән, йәмғиәткә зарар килтермәһен өсөн эшләнгән был сикләү.

Яңы ҡағиҙәләр бөгөндән үҙ көсөнә инде. Иң тәүҙә Android смартфондарын ҡулланыусыларға ҡағылды, унан iOS-та эшләүсе аппараттар ҙа бер үк смс-ты күпләп ебәреп булмаясағын тойор.

Бығаса бер хәбәрҙе 20 тапҡыр ебәрергә мөмкин булған. Тәү башлап мессенджер Һиндостан ҡулланыусылары өсөн сикләү булдырған. Сөнки тап ватсаптан таралған хәбәр буйынса биш ирҙе язалағандарын ишеткәндәр. Хәбәр, йәғни киңерәк итеп әйткәндә һүҙ, нисек таралһа ла - көслө.
WhatsApp, үәт, шәп, тиһәләр ҙә, шәп үк булмаған урындары ла бар инде. Юҡһа, күрә-тора “ҡыҫҡартыу” сараһын күрерҙәр инеме? Бә-әй, ҡайһы берҙә ҡыҫҡартыу ҙа һәйбәт икән...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға