«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Асҡын егетенә ярҙам кәрәк!



21.01.2019 Асҡын егетенә ярҙам кәрәк!

Улдарын әрмегә оҙатып, борсолоп көтөп алған ата- әсәләрҙең хәлен аңларға була. Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт иткәндә ниндәй генә хәлдәр булмай.

18 ғинуарҙа Абхазияла хәрби частарҙың береһендә ҙур фажиғә була. Гудаута эргәһендә күнекмәләр ваҡытында биш һалдат ултырған бронетранспортер тауға менеп барғанда, тайып китеп, йылғаға ҡолап төшә. 40 метр бейеклектән төшөүгә ҡарамаҫтан, хәрбиҙәр тере ҡала.

Улар араһында Башҡортостандан Асҡын егете лә була. Венер Әсләмов умыртҡалығы, күкрәк ситлеге, баш һөйәге йәрәхәтләнеүенә ҡарамаҫтан, һыуыҡ һыуҙан йөҙөп сығырға үҙендә көс таба һәм һуңынан аңын юғалта. Әле ул Ростов ҡалаһы госпиталендә. Ошо арала Мәскәүгә килтерергә тейештәр. Егет хәрәкәтләнә алмай, һөйләшмәй.

Һалдаттың ата- әсәһе – пенсионерҙар. Улар ярҙам һорап, БР Хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең хоҡуҡтарын яҡлау комитетына мөрәжәғәт иткән.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға