«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нисәнсе размерлы йомортҡа бар был магазинда?



21.01.2019 Нисәнсе размерлы йомортҡа бар был магазинда?

Иҫләйһегеҙме, яңыраҡ ҡына Рәсәй магазиндарына бер ҡап эсенә унау урынына туғыҙ йомортҡа һалып сығара башлау тураһында хәбәр таралғайны? Ундайҙар беҙгә килеп еттемелер-юҡмылыр, хәҙер тағы күкәйгә бәйле яңылыҡ бар.


Ғәҙәттә, айырыуса беҙ, ауыл кешеләре, магазиндан йомортҡа алырға булһаҡ, ауыл тауығы һалған кеүек эрене һайлайбыҙ. Юғары йә һайланма категория билдәһе һуғылғанды йәғни. Бынан ары категория тигән нәмәне оноторға тура килерме икән? Сөнки маркетологтар юғары категория урынына – XL , беренсе сортҡа M размерын биргән.

Беҙҙең магазиндарҙа былай ҙа нисауа ғына эре йомортҡалар һатыла шикелле. S размерлыны осратҡаным юҡ.

Нимәһе ҡыҙыҡ: ошо арала яңы башланған йылда күтәрелгән хаҡтар тураһында һөйләгәндә, йомортҡа хаҡтарының башҡа аҙыҡ-түлектекенә ҡарағанда нығыраҡ артыуын билдәләгәндәр. Әлеге “мауыҡтырғыс” яңылыҡтар һатып алыусылар шуны, хаҡ күтәрелеүен йәғни, һиҙмәһен өсөн, имеш. Хет нишләтһендәр, барыбер ашайбыҙ. 50-се размерын да, туғыҙын да.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға