«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 33 мең һумдан артҡан



20.01.2019 Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 33 мең һумдан артҡан

Был 2018 йылдың ноябрендәге күрһәткес. Ул 2017 йылдыҡына ҡарағанда 8,3 процентҡа күберәк. Шул уҡ дәүерҙә ысын эш хаҡы 4,4 процентҡа артҡан.


Иң күп эш хаҡын алалар:
- кокс һәм нефть продукттарын етештереүселәр -
айына 75350 һум;
- файҙалы ҡаҙылма табыусылар - 58149 hум;
- химия һәм химия продукттары етештереүселәр -
— 48261 hум.

Һөнәри, ғилми һәм техник өлкә хеҙмәткәрҙәре айына уртаса 45 мең һум ала. Финанс эшендәгеләргә һәм страховкалаусыларға 43мең һум түләнә.

Иң әҙ эш хаҡы тире һәм тиренән әйберҙәр эшләүселәрҙә - 13045 һум. Мебелселәр ҙә аҙ ала — 13680 һум.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға