«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аспирин ҡайтты



21.01.2011 Аспирин ҡайтты

Өфө ҡалаһы, хатта тотош республика аптекаларынан парацетамол менән аспириндың юҡҡа сығыуы аптыратҡайны. Етмәһә, Рәсәйҙә етештерелгән был препараттарының һатылыуҙан туҡтаталыуы йылдағы иң һыуыҡ аҙналарҙың береһенә тура килде. Һатыуҙан юҡҡа сыҡҡан таблеткалар урынына халыҡ сит илдән килтерелгән ҡиммәтерәк дарыуҙар алырға мәжбүр булды.
Эш шунда - 2011 йылдан башлап парацетамол менан аспирин йәшәү өсөн мотлаҡ кәрәкле дарыу препараттары иҫәбенә индерелде. Шуға ла был таблетканы етештереүсе заводтар аспирин менән парацетамолды аптекаларға сығарыу өсөн кәрәкле документтарҙы йүнләү, хаҡын билдәләү маҡсатында препарттарҙы һатыуҙан алды.
Хәҙер был дарыуҙарҙың хаҡы аныҡ билдәләнгән, Рәсәйҙең фармацевтика заводтары уны етештереүҙе ҡайтанан башланы. «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы аптекалар селтәре Ирбит химия-фармацевтика заводынан аспирин менән парацетамол партияһын һатып алды. 20 ғинуарҙа, ошо селтәргә ҡараған бөтә аптекалар ҙа таблеткаларҙы ҡабул итте һәм 21 ғинуарҙа һата башланы.
Фармацевтар вәғәҙә итеүенсә, бер пачка (10 төймә) аспирин менән парацетамолдың хаҡы 4 һумдан да артыҡ булмаясаҡ.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға