18.01.2019 "Йәшлек" гәзите янғын һүндерҙе
Кисә сайтыбыҙҙа "Фуу, бында ла Сибай еҫе сыға бит!" исеме аҫтында мәрәкә сыҡты. Шөкөр, гәзитебеҙ һүҙе тос ҡына икән - бөгөн был проблема хәл ителде.
Иртәнсәк Ейәнсура районының Юлдаш ауылына янғын һүндереүселәр килеп еткән, улар әле янған сүплекте һүндерә. Ут төпкә үткән, шуға ла уны һүндереү ярайһы ғына мәшәҡәт тыуҙыра.
Ауыл халҡы ошолай тип беҙгә яҙып ебәрҙе:
"Йәшлек" гәзитенә һәм Тимурға Ҙур рәхмәт!"
Һүрәттә - "Фуу, бында ла Сибай еҫе сыға бит!" тип әйткән Тимур Ғиззәтуллин".