«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Гаишник»тар байый



20.01.2011 «Гаишник»тар байый

Республиканың баш ЮХХДИ хеҙмәткәре Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, хәҙер дәүләт автоинспекторҙарының эш хаҡы 33 мең һумдан да кәм булмаясаҡ. Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығындағы үҙшгәрештәрҙән һуң был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуы көтөлә.
Бөгөнгө көндә, ябай ЮХХДИ хеҙмәткәре, кәмендә 15 мең һум аҡса алып эшләй. Хәҙер инде инспекторҙар был сумманан ике тапҡырға күберәк аҡса алып ҡыуансаҡ.
Шуныһы ла бар - хәҙер ЮХХДИ хеҙмәтенә офицер звание булған граждандар ғына алына.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға