18.01.2019 Мәғнит өйөн ИГИЛ шартлатҡанмы?
Рәсәйҙә тыйылған "Ислам дәүләте" террор төркөмө былтыр Яңы йыл алдынан Магнитогорск ҡалаһында шартлауҙы беҙ эшләнек тигән тип хәбәр итә Газета.ру сайты. Быны боевиктарҙың интернеттағы әүҙемлеген күҙәткән SITE Intelligence Group төркөмө хәбәр иткән.
Террорсылар нәшер иткән гәзиттә ИГИЛ Магнитогорскиҙағы ике фажиғәне: өй һәм маршрут автобусын шартлатыуҙы беҙ эшләнек тигән хәбәр баҫылған.
Әлегә бының буйынса рәсми комментарийҙар юҡ. Бығаса шартлау урынында эшләгән криминалсылар шартлатҡыс эҙҙәрен тапмағайны.