«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Чупакабрамы, әллә икенсе хайуанмы...



18.01.2019 Чупакабрамы, әллә икенсе хайуанмы...

Ауырғазы районының Талбазы ауылында билдәһеҙ йәнлек туғыҙ йорт ҡуянын үлтергән. Бының турала Софиполь биҫтәһендә йәшәүсе Артур Килмөхәмәтов «Аургазинский вестник» гәзитенә хәбәр иткән.

Ирҙең һүҙҙәренә ҡарағанда ихатаға төндә билдәһеҙ йәнлек ингән.

«Урамға сыҡтым. Нимә күрәм - ҡуяндар ята. Яндарына барһам - үлектәр. Йәнлек ҡандарын һурған. Шул арала бер нәмә ялп итеп ҡалды, ҡасты. Эңер төшкәс абайламаным", - ти Артур.




Ҡуяндар торған ситлектең биктәре емерелгән, үле хайуандар бар ихатала туҙрашып ятҡан. Нимәне айырып әйтергә кәрәк - йыртҡыс бер ниндәй ҙә эҙ ҡалдырмаған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: газета "Аургазинский вестник"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға