«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фууу, бында ла Сибай еҫе сыға бит!



17.01.2019 Фууу, бында ла Сибай еҫе сыға бит!

Ейәнсура районының Абзан ауыл биләмәһенә ҡараған бер-нисә ауылда айҙан ашыу инде сүплектәр яна. Уны һүндереү эштәре алып барылғанмы, юҡмы, теүәл генә әйтә алмайым, байрам көндәрендә ҡайтҡас, етәкселекте бимазалап йөрөмәнем.

Әммә Сибай ҡалаһына ҡағылған бер ҡыҙыҡ (шул уҡ ваҡытта ҡыҙғаныс та) хәлде яҙып үтергә булдым. Тыуған ауылым Юлдашта ла сүплек янып, ваҡыты-ваҡыты менән ауыр еҫ тарала. (Декабрь баштарында төтөн, тын алмаҫлыҡ һаҫыҡ булды, тиҙәр). Ауылда йәшәүсе туғандарына ҡайтҡан Сибай ғаиләһе, машинанан төшөү менән һаһыҡ еҫте тоя. Ололар шым ғына ҡалһа ла, балалар ауыҙын ябып булмай икән. Өс йәшлек Тимур:
- Фууу, бында ла Сибай еҫе сыға бит!- тип ҡуйған.

Шуға күрә, Радий Фәрит улы бәлки ошо көндәрҙә Ейәнсура районының Юлдаш ауылына ла килеп етеүе ихтимал!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға