17.01.2019 Диспансерлаштырыуҙы мөһим тип тапһаң...
Быйыл республикала нисәнсе йылда тыуғандар диспансерлаштырыу үтә ала, беләһегеҙме? Һаулыҡ һаулау министрлығы мәғлүмәттәрен байҡағыҙ.
Исемлек буйынса 1920, 1923, 1926, 1929, 1932, 1935, 1938, 1941, 1944, 1947, 1950, 1953, 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998 йылдарҙа тыуыусылар тикшерелә. Йәғни диспансерлаштырыуҙа ҡаралған процедураларҙан файҙалана ала.
Ҡатын-ҡыҙҙар – маммография үтә. Ғөмүмән алғанда, гүзәл заттар 39 – 48 йәштә һөт биҙҙәрен өс йылға – бер, 50 йәштән һуң ике йылға бер тикшертеп торорға тейеш.
Ир-ат (45 – 51 йәшлектәр) простата махсус антигенын тикшертә.
49 – 73 йәшлектәргә йыуан һәм тура эсәктә яман шеш булмаһын өсөн анализдар бирергә мөмкин.
Акушеркалар 30 – 60 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың аналыҡ муйынсаһын тикшереүгә анализ ала.
Диспансерлаштырыуҙың икенсе этабында 45 – 72 йәшлек ир-ат, 54 – 72 йәшлек ҡатын-ҡыҙ УЗДС үткәрә. Ҡыҫҡаһы, үҙегеҙҙең терапевтан ниндәй табип тикшерәсәген ентекле һорашырға мөмкин.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: диспансерлаштырыуҙың иң мөһим маҡсаттарының береһе – гиперхолестеринемияны (йоғошло булмаған хроник сирҙәр үҫешенең хәүеф факторы) асыҡлау.