17.01.2019 Ҡатынын ҡаҙ менән туҡмап үлтергән
Сибай район-ара тәфтиш бүлеге Хәйбулла районында йәшәүсе 64 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен тамамланы.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар әйтеүенсә, сентябрь айында Хәйбулла районының бер ауылында табын артында ултырған ир һәм ҡатын араһында талаш ҡупҡан. Ир хәләл ефетенә "һин күп эсәһең, әйберҙе һатып бөттөң, эш менән булмайһың" тип уны туҡмай башлаған. Аяҡ-ҡулын эшкә "еккән" ир ҡатынын ағас себен һуҡҡыс менән дә дөмбәҫләгән, көндөҙөрәк һуйған ҡаҙ түшкәһе менән дә бәргесләгән. Туҡмалған ҡатын нимә эшләһен инде - йоҡларға ятҡан. Күп тә үтмәй ул йән биргән.
Ир ҡатыны йөрәк арҡаһында үлгән тип әйтһә лә, тәфтишселәр уның үлеменә туҡмалыуҙан алған йәрәхәттәр сәбәпле икәнен асыҡлаған.
"Кухня яугиры" хәҙер суд ҡарарын көтә.