«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дарыуханала аспирин юҡ!



18.01.2011 Дарыуханала аспирин юҡ!

Өфө дарыуханаларында аспирин табырмын тимә... Һөҙөмтәлә халыҡ уның аналогын - сит ил дарыуҙарын һатып алырға мәжбүр. Ә уларының хаҡы күпкә ҡиммәт. Ғәмәлдә иһә, борсолоу урынһыҙ. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡала дарыуханаларында аспирин етерлек. Тик уны һатыу хоҡуғы ғына юҡ. Сөнки фармацевтика баҙарында уны етештереү ваҡытлыса туҡтатылған. Сәбәбе федераль закон буйынса йәшәү өсөн мөһим булған дарыуҙар исемлегенә ингән препараттарға һатыу хаҡы билдәләнмәүҙә. Ә ажиотаж нәҡ әлеге мәлдә һыуыҡ тейҙереп ауырыусылар артыуына бәйле. Ихтимал, бүтән ваҡыт булһа, әлеге препараттың юғалып тороуын һиҙмәҫ тә инек, бәлки.
Килеп тыуған хәл дарыуҙың хаҡын арттырыуға килтерәсәк тип хәүефләнергә ярамай. Фармацевтика баҙары вәкилдәре хаҡ өҫтәлмәйәсәк һәм яҡын көндәрҙә препарат һатыуға сығарыласаҡ, тип ышандыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға