«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хажға тик дини ойошмалар аша



17.01.2019 Хажға тик дини ойошмалар аша

Рәсәй Думаһы беренсе уҡыуҙа « Намыҫ иреклеге һәм дини берекмәләр тураһында»ғы законға төҙәтмәләр индереүҙе ҡараны. Унда коммерция ойошмаларына хаж ғибәҙәтен ойоштороуҙо тыйыу ҡарала. Был эште тик дини ойошмалар ғына башҡарырға мөмкин. Закон проекты авторҙары әлеге сара граждандарҙы изге урындарға сәфәр ойошторған намыҫһыҙ ойоштороусыларҙан аралау маҡсатын күҙ уңында тота.

Туроператорҙарға 200 меңгә яҡын аҡса түләп тә Сәғүд Ғәрәбстанына хаж ҡылырға бара алмағандар беҙҙең республикала ла булды. «Урал – сервис» компанияһына аша барасаҡ мосолмандар виза ала алмау сәбәпле, сит илгә бара алманы. Диниә назараттары аша путевка алыу ышаныслыраҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға