«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Почтала һыра һатыласаҡ



17.01.2019 Почтала һыра һатыласаҡ

Берәүҙәр ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы нисек көрәш алып барырға белмәгәндә, урындағы сауҙа кибетттәрендә эшҡыуарҙарға алкоголле эсемлектәр һатыуҙы туҡтатырға өндәгәндә « Рәсәй почтаһы» үҙенең бүлексәләренә һыра һатыуҙы индерҙе.

Былай ҙа хәле мөшкөл был тармаҡтың хәлен аңлайбыҙ ҙа бит, ҙур табыш та кәрәктер. Әммә эшһеҙлек, эскелек хөкөм һөргән ауылдар өсөн был хәүефле күренеш. Алкоголле эсемлектәр республиканың 190 почта бүлексәһендә һатыласаҡ. Уларҙың күпселеге ауылда урынлашҡан. Почта , әлбиттә, закон сиктәрендә эшләй, һыра һатыу талаптарын да үтәй. Былай булғас, айнымайбыҙ икән, йәмәғәт.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға