«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Лужков Мәскәүҙе ташлап китерме?



18.01.2011 Лужков Мәскәүҙе ташлап китерме?

Ил баш ҡалаһының элекке мэры Юрий Лужков Латвияға күсеп китергә теләй. Ул декабрҙә Латвияның Рәсәйҙәге илселегенә ошо хаҡта ғариза ла яҙған. Баҡһаң, Лужков ул дәүләттең бер банкына 11,5 миллион һум күләмендә инвестиция һалған, етмәһә, күсемһеҙ милек тә һатып алған икән.
Шуныһы ла бар: Латвияның ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары яҙыуынса, илдә Рәсәй баш ҡалаһының экс-мэры күсеп килеүгә бигүк ҡыуанмайҙар ти. Хатта уға бында килергә рөхсәт итмәҫкә сәбәп эҙләйҙәр, имеш. Лужков хәҙер Европаның башҡа илдәрен һайлау өҫтөндә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға