«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аспирин



18.01.2011 Аспирин

Ошо көндәрҙә бер генә дарыуханала ла аспирин табырмын тимә. Баҡтиһәң, был бары тик өфөгә генә хас күренеш түгел икән. Препарат тотош Рәсәйҙә юҡ. Һөҙөмтәлә, халыҡ был дарыуҙың сит илдә сығарылған аналогын һатып алырға мәжбүр. Ә улары ун тапҡырға ҡиммәтерәк!
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, был хәл ваҡытлыса һәм препарат артабан да етештерелесәк. Аспирин Өфө дарыуханаларында әле лә бар, тик уны һатыуға сығара ғына алмайҙар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға