«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шөкөр, Ваня терелде!



15.01.2019 Шөкөр, Ваня терелде!

Табиптар Ваня Фокиндың аяғын һаҡлап ҡала алды.
Хәҙер ул үҙе туҡлана һәм әсәһе менән аралаша ала.


—Ваняның аяғына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, — тип хәбәр итә РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. — Шулай ҙа, бәләкәстең аяғы һыныу сәбәпле, уны оҙайлы һауығыу процесы көтә.

Сатнама һыуыҡта харабалар араһында 35 сәғәт буйы ятып тере ҡалған баланы Хоҙайҙың ҡөҙрәте кем тип әйтмәҫ?! Башта сабыйҙың хәле үтә ауыр тип баһаланды, уның башы, аяҡ сирағы зыян күреп, ағзалары өшөп бөткәйне. Тәүҙә белгестәр, малайҙың аяғына ампутация янай, тип фараз итте. Сабыйҙың терелеүен Рәсәй генә түгел, башҡа элекке союздаш илдәр халҡы ла теләне. #Ваняживи тигән хэштег аҫтында меңәрләгән кеше бәләкәскә теләктәшлек белдерҙе.

Бөгөн иһә табиптар әйтеүенсә, баланың организмы яйлап тергеҙелә: Ваня үҙе тын ала башланы, бөйөр функциялары ипкә килде.
Әйткәндәй, социаль селтәрҙәрҙәрҙә Ваня Фокиндың ике өләсәһе лә — атаһының әсәһе Роза һәм әсәһенең әсәһе Нуридә башҡорт милләтенән, тип яҙалар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға