«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы шартлау, тағы газ...



14.01.2019 Тағы шартлау, тағы газ...

Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһындағы торлаҡ йортта көнкүреш газы шартлауы арҡаһында тағы ҡорбан бар.

Магнитогорск ҡалаһындағы фажиғәнән һуң сираттағыһы аңдып торған икән. Шахтала һигеҙенсе һәм туғыҙынсы ҡаттар ишелеп, дүрт фатир юҡҡа сыҡҡан. Рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, 1 ҡатын үлгән, 12 кеше зыян күргән, әлегә бер-нисәүҙең яҙмышы билдәһеҙ. Барлығы 140 кеше эвакуацияланған.

Ҡалала ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән, шартлау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әйткәндәй, был йортта йәшәүселәр күптән үк газ менән проблемаларға зарланған. Һуңғы тапҡыр 10 декабрь газ хеҙмәтен саҡырған булған. Зыян күргән һәм күрше тирә йорттарҙа йәшәүселәр фатирҙарҙың һыуыҡ булыуы арҡаһында, көн дә конфоркаларын — ике йәки барыһын да тоҡандырып йылынған.

Ике аҙна элек ил башлығы тарафынан барлыҡ газ ҡорамалдарын тикшерергә тигән фарман яңғырауына ҡарамаҫтан, фажиғә артынан фажиғә, үкенес...





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға