«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙең баш ҡалаға реновация “килә”



15.01.2019 Беҙҙең баш ҡалаға реновация “килә”

Өфөлә Черниковка һәм Затон биҫтәләрендәге аҙ ҡатлы кварталдарҙа реновация (латинсанан “яңыртыу” тигәнде аңлата) үткәреү күҙаллана.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында белдереүенсә, инвесторҙарҙы иҫке торлаҡты төҙөкләндереү варианттары ҡыҙыҡһындырмай. Улар аҙ ҡатлы йорттарҙы һүтеү һәм яңыларын төҙөү проектын ҡарай.

2017 йылға мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә 1750-гә яҡын биш ҡатлы йорт урынлашҡан. Өҫтәүенә, ҡаланың торлаҡ хужалығы идаралығы балансында ҡатмарлы техник тороштағы 1700 самаһы бер һәм ике ҡатлы йорт иҫәпләнә.

Мәскәүҙә реновация программаһына совет заманында төҙөлгән биш ҡатлы “хрущевка”лар һәм туғыҙ ҡатлы биналар эләкһә, Өфөлә иһә шәхси инвесторҙар иҫәбенә, нигеҙҙә, Затонда һәм Черниковкала урынлашҡан 2 – 3 ҡатлы 500-гә яҡын йортто күсереү һәм һүтеү ҡарала.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға