14.01.2019
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса хаҡтар: 70 һәм 35 һум
Халыҡҡа ғинуар башына уҡ таратыла башлаған коммуналь түләүҙәр өсөн квитанцияларҙың береһендә ТКО буйынса пункт бар һәм унда тариф ярайһы “елле” генә. Нимә был – Яңы йыл шаяртыуымы? Республика ҡалаларының береһендә шулай ашыҡҡандар.
Ә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, квитанцияларҙа ҡалдыҡтар өсөн айырым пункт 25 ғинуарҙан һуң ғына яҙылырға тейеш.
– Бындай хәлдәр ҡабатланырға тейеш түгел. Яуаплылар контролгә алығыҙ һәм күҙәтегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Һәм тағы ла бер тапҡыр түләү хаҡы тураһында ҡәтғи әйтте:
– Мин 70 һум, тинем. Һәр кешенән. Ә бығаса сүп-сар сығарыу ойошторлмаған төбәктәрҙә – 35 һум. Мин башҡа һандарҙы ҡабул итмәйем!
Тимәк, был хаҡта төбәк операторҙарына тағы бер тапҡыр еткерергә кәрәк.
Беҙ ҙә, халыҡ йәғни, ошо һумдарҙы иҫтә ҡалдырайыҡ һәм, атағата-ааҡ, ә бит Радий Фәрит улы артығына риза түгелмен, тигәйне, нисек улай була инде, тип аптырап йөрөргә яҙмаһын. Йәш етәксебеҙҙең түләү хаҡы тураһында әйткәне – бик етди.