09.01.2019 Мутлашыусылар 5 мең һумлыҡ аҡсаны алдап баҫа
РФ Эске эштәр министрлығы белдереүенсә, Рәсәйҙә ялған аҡса эшләүселәр биш мең һумлыҡ купюраны өҫтөн күрә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар 2018 йылдың туғыҙ айы дауамында Рәсәй Банкының 29,7 мең дана ҡағыҙ һәм тимер аҡсаһын ялған тип тартып алған.
РФ Енәйәт кодексының 186-сы статьяһына («Изготовление, хранение, перевозка или сбыт поддельных денег или ценных бумаг») ярашлы, быға ярайһы ғына етди яза ҡаралған. Биш йылға тиклем мәжбүри эштәр, һигеҙ йылға тиклем иректән мәхрүм итеү, бер миллион һумға тиклем штраф һалыуҙары мөмкин.
Ялған аҡса эшләүселәр Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһендә, Краснодарс крайында, Нижегород, Тула, Волгоград, Ростов өлкәләрендә күберәк теркәлгән.