«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәйҙә ОСАГО тарифтары үҙгәрҙе



09.01.2019 Рәсәйҙә ОСАГО тарифтары үҙгәрҙе

9 ғинуарҙан Рәсәй Үҙәк банкының автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауҙа (ОСАГО) тариф коридорын өҫкә һәм аҫҡа 20% киңәйтеү тураһында күрһәтмәһе үҙ көсөнә инде.

Физик берәмектәрҙең еңел автомобилдәре өсөн база тарифы ставкалары диапазоны 2746-4942 һум тәшкил итәсәк. Быға тиклем ул 3432-4118 һум ине.

Бынан тыш, 9 ғинуарҙан водителдәрҙе стаж һәм йәш буйынса 58 категорияға бүлеү аныҡлана (ғәмәлдә дүртәү).

Ике йылға тиклем автомобиль йөрөтөү тәжрибәһенә эйә булған 16-21 йәшлек водителдәр өсөн максималь коэффициент арта — 1,8-ҙән 1,87-гә ҡәҙәр.

«Мультидрайв» полистары өсөн коэффициент та 1,8-ҙән 1,87-гә тиклем арта.

Бөгөндән стаж һәм йәш өсөн ташламалар ғәмәлгә инде. Иң ҙуры — 7% (0,93 коэффициентына тап килә) алты йыл стаждан башлап 59 йәштән өлкәнерәк водителдәр өсөн билдәләнә. Элекке ОСАГО системаһында стаж һәм йәш өсөн ташламалар булманы.

Бынан алда Рәсәй банкында яңы тарифтар индереү сәбәпле полистың уртаса хаҡы 1,5% артыуы ихтимал тип баһаланғайны. Рәсәй Автостраховкалаусылар союзы баһаһы буйынса, страховкалаусылар йыйымы үҫеше яҡынса 5% тәшкил итергә тейеш.

Шулай уҡ Рәсәй Үҙәк банкы күрһәтмәһенә ярашлы, 2019 йылдың 1 апреленән «бонус-малус» коэффициентын биреү системаһы үҙгәрә (аварияһыҙ йөрөгән өсөн ташлама һәм авария өсөн өҫтәмә).

Автоһәүәҫкәрҙәрҙең башҡа категориялары өсөн дә ОСАГО тарифтарының база ставкалары диапазоны үҙгәрә.

Мотоцикл һәм мотороллер хужалары өсөн тарифтар 10,9% кәмене һәм 867-1579 урынына 694-1047 тәшкил итә. Юридик берәмектәрҙең еңел автомобилдәре өсөн тарифтар 5,7% төштө һәм ғәмәлдәге 2573-3087 һум урынына 2058-2911 тәшкил итте.

Такси өсөн тариф коридоры ике яҡҡа ла киңәйә һәм элекке 5138-6166 һум урынына 4110-7399 тәшкил итә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға