«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы күпмегә артты?



09.01.2019 Эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы күпмегә артты?

Ғинуар айында Башҡортостанда эшләмәгән 98,6 мең пенсионер айлыҡ пенсияһын ғәҙәттәгенән тыш күберәк аласаҡ.

Аҡсаны индекслау 7,05 % тәшкил итә, өҫтәмәнең суммаһы һәр осраҡта айырып иҫәпләнәсәк. Стаж, эш хаҡы, страховкалау взностары, пенсия коэффициенттары һаны күберәк булған һайын страховкалау пенсияһы ла юғарыраҡ, индексациянан һуң өҫтәләсәк аҡса ла күберәк буласаҡ.

Күпмегә өҫтәлгәнен белер өсөн быға тиклемге пенсия күләмен 0,0705-кә ҡабатларға кәрәк.
Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлеге "ҡыҙыу" телефоны - (347) 229-71-36.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға