«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙа һауала зарарлы матдәләр барлығын тикшерҙеләр



08.01.2019 Сибайҙа һауала зарарлы матдәләр барлығын тикшерҙеләр

Әле бында карьерҙа мәғдән әселәнеүен туҡтатыу буйынса эштәр бара.

"УГОК" акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы соҡорҙо ләмләндерә, 119 меңдән ашыу кубометр сель-ләм ҡатнашмаһы төшөрөлгән.

Филиалдың күсмә ведомство лабораторияһы һәм БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай төбәк комитеты белгестәре 6 ғинуарҙа ҡала биләмәһендәге һауаны тикшерҙе. ПДК күләме нормала, тиҙәр улар. Ҡала дауаханаларына кешеләр мөрәжәғәт итмәгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға