«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡара риелторға тарыма



29.12.2018 Ҡара риелторға тарыма

Республикала сираттағы ҡара риелторҙар бандаһы хөкөм көтә.

Дүрт Нефтекама ҡалаһы һәм бер Краснокама районы кешеләренән торған 30 – 37 йәшлек ирҙәр РФ Енәйәт кодексының өс статьяһы буйынса ғәйепләнә.

Улар 2014 – 2017 йылдарҙа хужаларҙың фатирын тартып алыу, автостраховкалау өлкәһендә ялған юл-транспорт хәлдәрен теркәү кеүек эштәр менән шөғөлләнгән.

Енәйәтселәр Нефтекамала эскеселәрҙе, яңғыҙ ҡалған ҡарт-ҡороно һәм ауыр тормош хәленә ҡалыусыларҙы эҙләп тапҡан. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыслыларға, фатирығыҙҙы тартып аласаҡтар, тип янағандар. Артабан фатир хужаларының, йәнәһе, хәленә инеп һатыу – һатып алыу тураһында ялған килешеү төҙөгәндәр. Һөҙөмтәлә, ҡорбандарын насар фатирға һәм бүлмәгә күсереп, уларҙы көсләп алкоголь менән һыйлаған. Ҡара риелторҙарҙың «ярҙамынан» баш тартыусыларҙы ҡурҡытҡандар, законһыҙ рәүештә коммуналь хеҙмәттәрен һүндергәндәр.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға