29.12.2018 Өфө коммуналсылары техника яңыртты
Декабрь айы дауамында баш ҡала коммуналь хеҙмәте 39 дана махсус техникаға эйә булды.
Бөгөн аҙаҡҡы партия килде - 8 экскаватор-тейәгес һәм 6 бәләкәй үлсәмле тейәгес. Техника БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ярҙамында Башҡортостандың социаль маҡсатлы программалары фонды аша алынды.
– Передали коммунальщикам Уфы ещё одну партию новой техники. Всего столица получила 39 единиц дорожной техники. В общем, я своё обещание выполнил, теперь - слово за Ульфатом Мансуровичем))) В начале года техника пойдет и в другие города республики, - тип яҙҙы сәхифәһендә Радий Хабиров.
Өфө бөтәһе 14 үҙбушатҡыс машина, 5 ауыр һәм 11 еңел автогрейдер, 6 фронталь тейәгес, 3 ҡар тейәгес алды. Улар йорт биләмәләрен, урамдарын таҙартыу өсөн ҡулланыласаҡ.