«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эштә имгәнеүселәр, һәләк булыусылар һаны кәмемәй



28.12.2018 Эштә имгәнеүселәр, һәләк булыусылар һаны кәмемәй

Фажиғәле хәлдәр айырыуса ҙур заводтарҙа, төҙөлөштә теркәлә. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йыл башынан 28 эшсенең производствола ғүмере өҙөлгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, производствола үлемесле йәрәхәтләнеү кимәле 51,7% кәмегән — 2017 йылда ошондай 58 осраҡ теркәлгән.

Производстволағы ауыр йәрәхәттәр һаны алыусылар ҙа аҙ түгел. Быйыл 11 айҙа 83 кеше имгәнгән.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта һәм төҙөлөштә, производствола йәрәхәтләнеүгә бәйле хәл көсөргәнешле ҡала. Рәсәйҙә бәхетһеҙ осраҡтарҙың 30 проценты тап төҙөлөш ойошмаларында теркәлә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға