«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сифатһыҙ тауар һатып алһағыҙ



29.12.2018 Сифатһыҙ тауар һатып алһағыҙ

Ҡулланыусы тауарҙа етешһеҙлектәр тапҡан осраҡта, һатыусынан уны шундай уҡ маркалы тауарға алмаштырыуҙы йәки аҡсаны кире ҡайтарыуға талап итергә хоҡуҡлы. Бының өсөн әлеге тауарҙы һатып алған кибеткә чек менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Чекты ташлаған булһағыҙ ҙа, тауарҙы кире ҡайтарырға мөмкин. Әммә бының өсөн һеҙҙең менән кибеткә барған шаһиттар булыуы шарт.

Супермаркеттарҙың барыһын да ла видеокамералар бар. Шуларҙы ҡарауҙы ла талап итә алаһығыҙ. Әгәр ҙә тауарҙы кире алыуҙан баш тарталар икән, Роспотребнадзорға ялыу яҙығыҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға