«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҙыҡ-түлекте һатып алғанда иғтибарлы булығыҙ



28.12.2018 Аҙыҡ-түлекте һатып алғанда иғтибарлы булығыҙ

Етештереүселәрҙең үҙ продукцияһын ымһындырғыс итеп һатыу, һатыусыларҙың үтмәгән тауарынан тиҙ арала ҡотолоу хәйләһе тураһында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙарбыҙ. Әммә йыш ҡына белә тороп та алданабыҙ.

Ҡулланыу ваҡыты сыға барған тауар, һис шикһеҙ, иң алғы кәштәләрҙә, күҙгә бәрелеп тора. Үҙеңдән аҡса ҡыҙғанып, бөтөнләй ашамайынса ла йәшәп була, әлбиттә. Әммә кеҫәңә ҡарап, аҙыҡтың осһоҙорағын алырға тырышаһың. Сифат мәсьәләһе икенсе планға күсә.

Артыҡ арзан аҙыҡ – түлеккә ҡыҙыҡмағыҙ. Ҡулланыу ваҡытын намыҫһыҙ етештереүселәр үҙгәртеп тә күрһәтеүҙәре ихтимал.

Алкоголде ҙур сауҙа үҙәктәрендә һатып алғанда ла сифатһыҙына эләгергә мөмкин. Ҡулдан һатып алынған 100-150 һумлыҡ коньяк, шарап, виски һ.б. һис шикһеҙ суррогат. Был – лицензияһыҙ сауҙа итеүселәр, гараждарҙа етештерелә, таксистар аша таратыла торған сифатһыҙ продукция.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға