«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Арыҫландың хыялы тормошҡа ашты!



27.12.2018 Арыҫландың хыялы тормошҡа ашты!

25 декабрҙә Сибай ҡалаһынан Арыҫлан Ҡәйепҡолов дәүләт башлығының Махсус осоу отрядына (СЛО) ҡараған Ил-96-300 самолетында булды. Шулай итеп, Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандан 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырҙы.

Владимир Владимирович 1-се бортта экскурсия ойошторҙо һәм малайға үҙе бүләк иткән камераға видеоролик төшөрөргә рөхсәт бирҙе.

«Был илдең иң серле самолеты, унда эләгеүем минең өсөн ҙур хөрмәт, — тине Арыҫлан экскурсиянан һуң. — Пилоттар кабинаһынан сағыу тәьҫорат алдым, унда һауа судноһы командиры креслоһына ултырып ҡараным һәм конференц-залды, оҙатып йөрөүселәр салонын күрҙем. Башҡа урындарҙа ла булдыҡ, ләкин уларҙы төшөрөргә ярамай. Был сер булып тора».

Һуңынан үҫмер популяр видеохостингтарҙың береһендә 20 минутлыҡ видеоролик сығарырға вәғәҙәләй.

Арыҫландың әсәһе улы менән экскурсиянан һуң Владимир Путин менән телефондан һөйләште һәм дәүләт башлығына үҙе бәйләгән йылы шарфты нисек тапшырырға була икәнен һораны.

Яҡташыбыҙ реабилитация үтеү өсөн тағы ла бер нисә көнгә Мәскәүҙә ҡала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты «Минең менән хыяллан» проектында кино донъяһын күрергә теләгән Вероника исемле ҡыҙҙың, Санкт-Петербургты ҡош бейеклегенән күрергә хыялланған Артемдың һәм дәүләт башлығынан интервью алған Регинаның хыялдарын тормошҡа ашырҙы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға