«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Силәбелә башҡортса хәйриә шыршыһы уҙҙы



27.12.2018 Силәбелә башҡортса хәйриә шыршыһы уҙҙы

Ун йыл дауамында Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһында Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге төбәк башҡорт ҡоролтайы менән берлектә башҡортса шыршы байрамдарын ойоштора. Быйыл сара «Планета Смайлс» ғаилә менән күңел асыу үҙәгендә уҙҙы. Байрамға ишле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар һәм олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеү яулаған уҡыусылар саҡырылды. Улар Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка, Красноармейский райондарынан һәм Силәбенән килде. Кескәйҙәрҙе Ҡыш бабай, сағыу биҙәлгән шыршы, татлы бүләктәр һәм боулинг уйыны көтә ине.

«Уларҙың күбеһе был уйынды телевизорҙан ғына күргәне бар, — тип һөйләне урындағы «Уралым» баҫмаһы журналистарына йәмәғәтсе Рәбиға Бикбулатова. — Ойоштороусыларға байрам, балаларға йәнә йылмайыу бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт, сөнки уларҙың башҡаса «Планета Смайлс»та булыу мөмкинлеге юҡ ине».

Әкиәти тамашаны «Афарин» балалар студияһы тәрбиәләнеүселәре һәм «Урал батыр» этноконкурсында ҡатнашыусылар ҙа ҡараны. Байрамға килеү балаларҙың әүҙем ижади тормошо өсөн бүләк булды. Боулинг уйнағандан һуң балалар шыршыла уттар ҡабыҙҙы һәм Ҡыш бабайҙы саҡырҙы. Улар бергәләп әйлән-бәйлән өйөрөлдө, йырланы, бейене. Әйткәндәй, байрамда Ҡыш бабай ролен уйнаған Хабрахман Мансуровҡа балаларҙың яратҡан тылсымсыһы роленә инеү өсөн тырышырға тура килмәне. Сөнки ул — 35 йыл стажы булған Ҡыш бабай, хатта Бөйөк Устюгта илдең төп Ҡыш бабайында уҡып ҡайтҡан.

«Аҙ тәьмин ителгән балалар өсөн хәйриә шыршыһы изге йолаға әүерелер, йылдан-йыл тағы ла күберәк битараф булмаған кешеләрҙе йәлеп итер тип ышанабыҙ», — тип һөйләнеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегендә.





Автор: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға