«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «К&Б» ябылырмы?



27.12.2018 «К&Б» ябылырмы?

Бөгөн алкоголь продукцияһын һатыусы селтәрҙең Мәскәү, Силәбе, Екатеринбург, Һамар, Өфө, Ҡазан, Воронеж ҡалаларындағы сауҙа нөктәләре тикшерелә. Ойошма магазиндарҙы төрлө юридик шәхестәргә теркәүҙә, контрафакт һатыуҙа һәм һалым түләмәүҙә ғәйепләнә.

Ошо сәбәпле, компанияның эше ҡатмарлашты, йөк машиналары складҡа инә алмай сиратта тора. Федераль һалым хеҙмәте, Росалкогольрегулирование хеҙмәте, ФСБ һәм ОМОН офис һәм складтарҙа тентеү үткәрә, документтарҙы тикшерә, хеҙмәткәрҙәрҙән һорау ала.

«Красное&Белое» компанияһының тәүге магазины 2006 йылда асылған. Бөгөн иһә илдең 50 төбәгендә 7 мең самаһы магазины бар. 2017 йылда ул Рәсәйҙең иң эре берәмләп һатыу предприятиеһына әйләнгән, сауҙа әйләнеше буйынса хатта энергетиктарҙы һәм металлургтарҙы уҙып киткән. Алкоголь эсемлектәре бизнесы Рәсәйҙә бына нисек тиҙ арала гөрләп сәскә ата! Төп офис Силәбе ҡалаһында урынлашҡан. Уның хужаһы Сергей Студенников — Рәсәйҙең иң бай кешеләренең береһе.

Был ығы-зығы арҡаһында интернет бәхәстәр менән тулған. Берәүҙәр, күптән ябырға ваҡыт, тип ҡыуанһа, икенселәр, «К&Б» ябылһа, башҡалар хаҡты икеләтә арттырасаҡ, тип борсола. Бәлки, был рейдерлыҡтыр, ошо рәүешле Студенниковтың бизнесын тартып алмаҡсылар, тигән фекер ҙә бар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға