26.12.2018
Бүләк тотоп киләһе булма!
Константин Толкачев БР Дәүләт Думаһы — Ҡоролтай бинаһына бүләктәр менән инеүҙе тыйҙы.«Рәсәй Федерацияһында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында» федераль законға ярашлы дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, вазифа башҡарыу сәбәпле, бүләк алыу тыйылыуы хаҡында иҫегеҙгә төшөрәм. Мин БР Дәүләт Думаһы — Ҡоролтай бинаһына төрлө кәрзин, һауыт, пакет менән килеүселәрҙе индермәү тураһында күрһәтмә бирҙем, аңлап ҡабул итегеҙ, — тине ул.
«Депутаттар, секретариат хеҙмәткәрҙәре лә төрлө календарь, блокнот кеүек кәнсә тауарҙары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Ә бүләктәр балаларға тапшырылырға тейеш. Үҙегеҙҙе лә, беҙҙе лә уңайһыҙ хәлгә ҡуймағыҙ»,— тип яҙа спикер үҙенең «Фейсбук»тағы битендә.