«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ата- әсәләр, балаларығыҙға иғтибарлы булығыҙ!



26.12.2018 Ата- әсәләр, балаларығыҙға иғтибарлы булығыҙ!

Ҡыш көндәр ҡыҫҡа, ҡараңғы иртә төшә. Юлда йөрөүселәр һаҡ булығыҙ, ҡараңғыла водителдәр һеҙҙе йыраҡтан аңғармаясаҡ.
Яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтары булған әйберҙәр тағып йөрөү хәүефһеҙлекте арттыра, күңелһеҙ хәлдәрҙән дә аралай.


Киске сәғәт 9-ҙа Өфөнөң Михайловка ҡасабаһында "Daewoo Nexia" водителе 1-се синыф уҡыусыһын бәрҙерә. Ауыр йәрәхәттәр алған малай шунда уҡ йән бирә. Шоферҙың һүҙҙәренсә, насар яҡтыртылған, юл аша сығыу рөхсәт ителмәгән урында бала ҡапыл юлға килеп сыҡҡан. Водитель ҡағиҙә боҙған өсөн автомобиль йөрөтөү таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған.

Төнгә тиклем ете йәшлек бала бер үҙе урамда нимә эшләп йөрөнө икән?





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға