«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 300 мең түләү бөтөрөлә



25.12.2018 300 мең түләү бөтөрөлә

Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған тәүге бала өсөн 300 мең һум түләү туҡтатыла.

Республика программаһын оҙайтырға йыйынмайҙар. Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һүҙҙәренсә, аҡса 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡәҙәр тыуған балаларға, 2019 йылдың 1 июленә тиклем документ тапшырып өлгөргән граждандарҙың льготалы категорияларына ғына бирелә.

Программаға эләккән йәки эләгергә тейешлеләрҙе генә тәьмин итеү күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Беренсе бала өсөн - 300 мең» республика программаһын Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов башлағайны.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға