«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Башавтотранс» автобустарының яңы дизайны һайланды



24.12.2018 «Башавтотранс» автобустарының яңы дизайны һайланды

Бынан алда «Башинформ» агентлығы майҙансығында ҡала автобустарына төҫ һайлау буйынса тауыш биреү ойошторолдо. Унда 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Бөтәһе туғыҙ вариант дизайны республика флагы төҫтәрен иҫәпкә алып, Мәскәү Генплан институты менән берлектә әҙерләнгән.

Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты башлығы Тимур Мөхәмәтйәнов һөйләүенсә, тауыш биреү йомғаҡтары буйынса автобустарҙы Башҡортостан флагы төҫөндә биҙәргә тәҡдим ителә.

Уның һүҙҙәренсә, 2019 йылдың аҙағына тиклем күсмә состав бер стилдә биҙәлгән булырға тейеш. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн төбәктә 2 550 берәмек транспорт пассажир ташый, шуларҙың 310-ы — «Башавтотранс», 2 050-һе — шәхси автобустар.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға