24.12.2018 Дыуан районында ҡотороҡ карантины иғлан ителде
Мәсәғүт ауылында Дауахана һәм Октябрь урамдарында ҡотороҡ сире буйынса карантин иғлан ителде. Бында 6 декабрҙә төлкө бер ҡатынға һөжүм иткән. Унан тыш, был януар башҡа кешеләрҙе тешләгән. Ярай һунарсылар килеп сығып, төлкөнө атҡандар.
Белгестәр тикшереүенән һуң, ҡыр кейегенең ҡотороҡ сире менән ауырыуы асыҡланған.
Карантин мәлендә районға, ауыл биләмәләренә эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу тыйыла.