«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Киләһе йылдан кәрәҙле элемтәгә хаҡтар артасаҡ



24.12.2018 Киләһе йылдан кәрәҙле элемтәгә хаҡтар артасаҡ

Рәсәйҙең кәрәҙле (сотовый) элемтә операторҙары үҙ хеҙмәттәренә хаҡтар артыуы тураһында хәбәр итте. «Вымпелком», «Мегафон» һәм «Тele2» компаниялары клиенттарын 2019 йылдың 1 ғинуарынан мобиль элемтә хеҙмәттәре хаҡын күтәреү тураһында иҫкәртте. «Вымпелком» («Билайн» сауҙа маркаһы) үҙ сайтында 1 ғинуарҙан алып һуңыраҡ һәм алдан түләү тарифтары пландарында үҙгәрештәр, һуңыраҡ түләү операцияларында, шулай уҡ ҡайһы бер халыҡ-ара йүнәлештәр буйынса тарифтарҙа һәм операцияларҙа шылтыратыу хаҡтары хаҡында хәбәр иткән.

«МегаФон» компанияһы абоненттарға өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһының (НДС) 19 проценттан 20 процентҡа тиклем үҙгәрәсәге тураһында смс-хәбәр ебәргән. Оператор хаҡты 9 ғинуарҙа яңыртырға вәғәҙәләй.

Tele2 архив тариф пландарының бер өлөшө параметрҙарын 1 ғинуарҙан үҙгәртә. Компанияла абонент түләүе артыуын баҙарҙа, тармаҡта һәм иҡтисадтағы хәлдең үҙгәреүен иҫәпкә алырға тура килеүе менән аңлата.

МТС компанияһы ғына үҙенең тарифтарын арттырыу тураһында белдермәне.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға