«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сергей Доренко ла башҡортса һөйләй



24.12.2018 Сергей Доренко ла башҡортса һөйләй

Билдәле журналист Сергей Доренко ла Башҡорт теле көнө флешмобына ҡушылды.

Яңыраҡ ул бер кисә мәлендә ҡағыҙҙан уҡып булһа ла, килештереп ошо текстты уҡыны:

"Төҙөлөш өсөн финанстар йәлеп итеүҙе туҡтатырға кәрәк. Заманса ҡараш булдырмай тороп, алданған өлөшсөләр мәсьәләһен ыңғай хәл итеп булмаясаҡ. Был турала Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһында белдерҙе. Бөгөн тармаҡ алдында 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү бурысы тора. Граждандарҙан төҙөлөш өсөн финанстар йәлеп итеү ысулын туҡтатырға кәрәк, тине дәүләт башлығы. Башҡортостанда алданған өлөшсөләр реестрында 7300-ләп кеше иҫәптә тора".

Әйткәндәй, башҡорт флешмобын "Башинформ" агентлығы директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов башланы. Күренекле йырсы Валерий Меладзе ла акцияға ҡушылды.





Автор: А.Ишназаров
Фото: Скриншот с видео youtu.be/bkcN-_wpVxk
Видео: https://youtu.be/bkcN-_wpVxk


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға